24 Шул осорҙа Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарый. Ул Раббыға доға ҡылып ялбара. Раббы Хизкияһҡа яуап биреп, һауығыуына ишара иткән билдә ебәрә.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра.