Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 32:17 - Изге Яҙма

17 Санхерив, яҙған хаттарында ла Исраил Аллаһы Раббыны хурлап, Уға ҡаршы ошондай һүҙҙәр ҙә әйтә: «Башҡа илдәрҙең илаһтары үҙ халыҡтарын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаған кеүек, Хизкияһтың Аллаһы ла Үҙ халҡын минең ҡулымдан ҡотҡара алмаясаҡ».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 32:17
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ашшур батшаларының бөтә илдәр менән ниҙәр эшләгәнен, ҡалаларын ни рәүешле ер менән тигеҙләгәнен ишеткәнһеңдер. Әллә һин ҡотолоп ҡалырмын тип уйлайһыңмы?


Ата-бабаларым тар-мар иткән ҡәүемдәрҙең илаһтары уларҙы ҡотҡарҙымы? Гозанды, Харанды, Ресефты, Телассарҙағы Ғеден халҡын ҡотҡара алдылармы?


Хизкияһ батша хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла


Кемде мәсхәрәләнең һин, кемде хурланың? Кемгә тауыш күтәрҙең? Эреләнеп кемгә баҡтың? – Исраилдың Изгеһенә!


Миңә асыу тотҡаныңа күрә, Маһайыуың килеп ишетелгәнгә, Мороноңа ырғаҡ, Ауыҙыңа ауыҙлығымды кейҙерәм; Һине килгән юлыңдан кире ебәрәм.


Шул саҡ Ашшур батшаһы Куш батшаһы Тирһаҡаның яу менән килеүе тураһында хәбәр алды һәм Хизкияһҡа тағы илселәр ебәрҙе.


Минең ата-бабаларым ҡырып һалған халыҡтарҙың илаһтарының ҡайһыһы минән үҙенең халҡын ҡотҡарып алып ҡалды? Шулай булғас, нисек итеп Аллағыҙ һеҙҙе минең ҡулымдан ҡотҡара алһын?


Санхеривтың хеҙмәтселәре Алла Раббыға һәм Уның ҡоло Хизкияһҡа ҡаршы тағы ла күберәк һөйләй.


Бишенсе мәртәбәһенә Санбаллат миңә хеҙмәтсеһен ебәрҙе – ҡулында мөһөр һуғылмаған хат ине.


Балта оҫтаһы алдында балта маһайырмы? Бысҡы уны тартыусы ҡаршыһында эреләнерме? Ҡулындағы таяғы кешенең үҙен күтәреп ырғытырмы? Күҫәк үҙен күтәргән кешене күтәрерме?


Хизкияһ батша, хатты илселәрҙең ҡулынан алып уҡығандан һуң, Раббы йортона китте. Унда килгәс, хатты Раббы хозурында йәйеп һалды ла,


Ул Алланы хурлаған һүҙҙәр һөйләй башланы, Уның исемен дә, Ул йәшәгән торлаҡты ла, күктә йәшәүселәрҙе лә хурлаған һүҙҙәр әйтте.


Дауыт эргәһендәге кешеләрҙән: – Был пелештиҙе үлтереп Исраилды хурлыҡтан ҡотҡарған кешегә нимә буласаҡ? – тип һораны. – Тере Алланың ғәскәрен мәсхәрәләргә, был сөннәтһеҙ пелешти шул тиклем кем һуң?


Ҡолоңдоң арыҫлан да, айыу ҙа үлтергәне бар. Был сөннәтһеҙ пелешти менән дә шулай буласаҡ, сөнки ул тере Алланың ғәскәрен хурланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ