8 Хизкияһ менән уның түрәләре килеп, өйөмдәрҙе күрә һәм Раббыға, Уның халҡы исраилдарға рәхмәт уҡый.
Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны килтереү тамамланғас, Дауыт халыҡты Күк ғәскәрҙәре Раббыһы исеме менән фатихаланы.
Баҫып торған килеш көслө тауыш менән бөтә Исраил йәмғиәтенә былай тип фатиха бирҙе:
Башлыҡтарының ихлас йөрәктән Раббыға тип бүләктәр килтереүенә халыҡ бик шатлана, Дауыт батша ла бик ныҡ ҡыуана.
Халыҡ саҙаҡалар алып килеүҙе өсөнсө айҙа башлай һәм етенсе айға тамамлай.
Хизкияһ ҡаһиндар менән левиҙәрҙән был өйөмдәр тураһында һораша.
Шунан батша, артына боролоп, алдында аяғөҫтө торған бөтә Исраил йыйынына фатихаһын күндерә.
Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;
Һәр күҙ өмөт менән Һиңә баға, Раббы, Һәр кемгә ризыҡ бирәһең ваҡытында.
Эй балалар, килегеҙ, мине тыңлағыҙ: Һеҙҙе Раббынан ҡурҡырға, Уны хөрмәтләргә өйрәтәйем.
Һеҙҙең хаҡҡа Титустың күңеленә шундай уҡ тырышлыҡ һалған Аллаға рәхмәт.
Беҙҙе күктәге бөтөн рухи байлыҡтар менән Мәсихтә фатихалаған Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Атаһы һәм Аллаһы данланһын.
Эй Исраил, ниндәй бәхетле һин! Бармы һинең кеүек берәй ҡәүем? Һин Раббы ҡотҡарған халыҡ, Ул – һине һаҡлаған ҡалҡан, Ул – һинең данлы ҡылысың. Дошмандарың алдыңда баш эйә, Һин уларҙың арҡаһын тапарһың.
Һеҙҙең минең хаҡта яңынан ҡайғырта башлауығыҙға Раббыла ихлас ҡыуанам. Әлбиттә, һеҙ элек тә минең хаҡта хәстәрлек күрергә теләнегеҙ, әммә мөмкинлегегеҙ сикле ине.
Аллам һеҙҙең бар ихтыяждарығыҙҙы Ғайса Мәсих аша данлы байлығынан ҡәнәғәтләндерәсәк!
Һеҙҙең арҡала Аллабыҙ алдында кисергән ҡыуаныстарыбыҙ өсөн Уға ниндәй генә рәхмәттәр әйтәйек икән!
Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең Аллаһына һәм Атаһына дан! Ул Үҙенең бөйөк мәрхәмәте менән Ғайса Мәсихте үленән терелтеү аша беҙҙе яңынан тыуҙырҙы һәм беҙгә серемәҫ, бысранмаҫ, шиңмәҫ мираҫҡа тере өмөт бирҙе. Ул уны күктә һеҙҙең өсөн һаҡлай.
Күңелем Исраилдың ғәскәр башлыҡтары, Үҙ теләге менән яуға күтәрелгән халыҡ менән! Раббы мөбәрәк булһын!