4 Йәрүсәлимдә йәшәүсе халыҡҡа ул, үҙҙәрен Раббы ҡанунын теүәл үтәүгә бағышлай алһындар өсөн, ҡаһиндар һәм левиҙәргә тейешле өлөштө бирергә бойора.
Бынан тыш, нәҫел исемлектәренә индерелгән өс һәм унан юғары йәштәге ир балаларға – бер мәл Раббы ҡорамына үҙҙәренең вазифаларына һәм төркөмдәренә ярашлы көндәлек хеҙмәтен башҡарырға тейешле һәммәһенә – өлөш бирелә.
Тәүге уңыштың иң яҡшы емеше һәм башҡа төрлө саҙаҡалар ҙа ҡаһиндарҙыҡы булыр. Тәүге уңышығыҙҙың ононан бешерелгән икмәкте ҡаһинға бирегеҙ, шунда йортоғоҙҙа бәрәкәт артып торор.
Ҡаһиндың ауыҙы Алла тураһында ғилем һаҡлай, Кеше уның теленән ҡанун эҙләй, Сөнки ҡаһин – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының хәбәрсеһе.
Өйрәнеүсе бар булған яҡшы нәмәләрен өгөт-нәсихәт биреүсеһе менән уртаҡлашһын.
Ул сағында уға ата мөлкәтен һатҡандан һуң тейгән өлөштән тыш, ризыҡтан да башҡа ҡаһиндарға биргән кеүек тигеҙ өлөш булыр.
Муса ҡануны буйынса, ҡаһин хеҙмәтен ҡабул иткән Леви тоҡомо ағзалары ла халҡынан, йәғни үҙ кешеләренән, улар ҙа Ибраһим тоҡомонан булған хәлдә лә, табыштарының ундан бер өлөшөн йыйып алырға тейеш була.