ІІ Йылъяҙма 31:19 - Изге Яҙма19 Ҡалалар янындағы ерҙәрҙә йәшәгән Һарун нәҫеле ҡаһиндарына килгәндә, уларға өлөштәрен таратырға һәр ҡалала махсус кешеләр тәғәйенләнә. Был кешеләр ҡаһин нәҫеленән булған бөтә ир заттарына һәм нәҫел исемлегенә теркәлгән бөтә левиҙәргә өлөш бирә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Әсирҙәр тураһында хәстәрлек күреү өсөн исемләп кешеләр тәғәйенләнә. Улар яланғастарына яумалға алынған әйберҙәр араһынан кейем-һалым, аяҡ кейеме бирә, ашата, эсерә, яраларына зәйтүн майы һөртә. Шунан, хәлһеҙҙәрен ишәктәргә мендереп, хөрмәләр ҡалаһы Йерихоға, уларҙың туғандарынан алыҫ булмаған урынға, алып бара. Унан үҙҙәре Самарияға әйләнеп ҡайта.