Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 31:15 - Изге Яҙма

15 Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 31:15
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була.


Бына левиҙәр эшкә тотона: Ҡыһаҫ нәҫеленән Махаҫ Ғамасай улы һәм Йоил Ғазаръяһ улы; Мерари нәҫеленән Ҡиш Ғавди улы һәм Ғазаръяһ Йеһалләлил улы; Гершон нәҫеленән Йоах Зимма улы һәм Ғедән Йоах улы;


Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була.


Ҡапҡа һағына бөтәһе ике йөҙ ун ике кеше һайлап алынған була. Улар ауыл-ауыл булып нәҫел исемлектәренә ингән. Уларҙы был яуаплы хеҙмәткә Дауыт менән Шемуил әүлиә тәғәйенләгән.


Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.


Һарун нәҫеленән булған ағай-энеләре кеүек Дауыт батша, Садоҡ, Ахимәләх, ҡаһин һәм Леви нәҫелдәре башлыҡтары алдында эре нәҫелдәр менән вағыраҡ нәҫелдәр типә-тиң тороп йәрәбә һалыша.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ