Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 31:13 - Изге Яҙма

13 Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 31:13
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар бөтәһе лә бер төрлө, йәрәбә буйынса бүленә, сөнки Әлғазар нәҫелендә лә, Иҫамар нәҫелендә лә Изге торлаҡтағы башлыҡтар һәм Алла тәғәйенләгән башлыҡтар була.


Алла йортонда мөдирлек иткән Ғазаръяһ Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешулламдың, Мешуллам – Садоҡтың, Садоҡ – Мерайоҫтың, Мерайоҫ Ахитувтың улы була.


Бына левиҙәр эшкә тотона: Ҡыһаҫ нәҫеленән Махаҫ Ғамасай улы һәм Йоил Ғазаръяһ улы; Мерари нәҫеленән Ҡиш Ғавди улы һәм Ғазаръяһ Йеһалләлил улы; Гершон нәҫеленән Йоах Зимма улы һәм Ғедән Йоах улы;


Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.


Леви Ҡоре Имна улы, Көнсығыш ҡапҡа һаҡсыһы, Аллаға арнап үҙ ихтыяры буйынса килтерелгән бүләктәр өсөн яуаплы була, Раббыға килтерелгән һәм изгеләрҙән-изге саҙаҡаларҙы Раббы хеҙмәтендәгеләргә өләшә.


Йәрүсәлимдә йәшәүсе халыҡҡа ул, үҙҙәрен Раббы ҡанунын теүәл үтәүгә бағышлай алһындар өсөн, ҡаһиндар һәм левиҙәргә тейешле өлөштө бирергә бойора.


Түрәләр ҙә үҙ теләктәре менән халыҡҡа, ҡаһиндарға һәм левиҙәргә хәйер тарата: Хилҡияһ, Зәкәрьяһ, Йехиил, Алла ҡорамындағы мөдирҙәр Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны итеп ҡаһиндарға ике мең алты йөҙ һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс йөҙ үгеҙ бирә.


Алла йортоноң мөдире Сераяһ, ул – Хилҡияһ улы, Хилҡияһ – Мешуллам, Мешуллам – Садоҡ, Садоҡ – Мерайоҫ, Мерайоҫ – Ахитув улы ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ