Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 30:5 - Изге Яҙма

5 Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 30:5
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Иртәгәһен Ибраһим таң менән торҙо, икмәк, бер турһыҡ һыу әҙерләп, Хәжәрҙең яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Беер-Шәвәғ сүлендә аҙашты.


«Алла ҡоло Муса сүлдә саҡта исраилдарға һалған түләүҙе Раббыға алып килегеҙ», – тип бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә иғлан итәләр.


Батша ла, халыҡ та тап шулай эшләүҙе дөрөҫ тип таба.


Исраилдар бындай Ҡотҡарылыу байрамын Шемуил пәйғәмбәр дәүеренән бирле үткәргәне булмай. Исраил батшаларынан Йошияһ, уның осорондағы ҡаһиндар, левиҙәр, бөтә йәһүҙиҙәр, исраилдар, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр үткәргән кеүек Ҡотҡарылыу байрамын бер батша ла билдәләмәгән була.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:


Эй батша, фарман сығарып, уға ҡулыңды ҡуй. Ул ҡарар, мадайҙар һәм фарсыларҙың үҙгәрмәҫ ҡануны кеүек үк, ғәмәлдән сығарылмаҫлыҡ булһын.


– Исраилдарға Раббы тәғәйенләгән байрамдар тураһында иғлан ит: ул байрамдарҙа изге йыйындар саҡырылһын. Мин тәғәйенләгән байрамдар түбәндәгеләр:


Раббы тәғәйенләгән ваҡытта изге йыйын булараҡ иғлан ителәсәк байрамдар ошолар:


Һәр нәмәлә мине иҫегеҙҙән сығармауығыҙ һәм мин һеҙгә еткергән тәғлимәтте теүәл үтәүегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым.


Һеҙгә әйтеп ҡуям, мин бойорғандарҙың барыһын да теүәл үтәгеҙ; үҙегеҙҙән бер нәмә лә өҫтәмәгеҙ ҙә, кәметмәгеҙ ҙә.


Бөтә Исраил халҡы, Дандан алып Беер-Шәвәғкә тиклем һуҙылған ерҙәрҙә, Ғилғәд төбәгендә йәшәгән Исраил халҡы, бөтә йәмғиәт – барыһы бер булып Миспаға Раббы хозурына йыйылды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ