Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 30:24 - Изге Яҙма

24 сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 30:24
8 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бөтә халыҡҡа, Исраилдың күп һанлы халҡына – ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла – берәр икмәк, берәр киҫәк ит һәм йөҙөм көлсәһе өләшеп сыҡты. Шунан һәммә халыҡ өйҙәренә таралды.


Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.


Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр


Исраил халҡы Ҡотҡарылыу байрамын үҙ ваҡытында билдәләй алмай, сөнки күп ҡаһиндар әлегә изгеләнеү йолаһын үтмәгән һәм кешеләрҙең күпселеге Йәрүсәлимгә йыйылмаған була.


Ә хакимдың бурысы – Яңы ай байрамдарында, шәмбе көндәрендә, Исраил халҡының бөтә байрамдарында тотош яндырыу ҡорбандары, икмәк саҙаҡалары һәм түкмә ҡорбандар менән тәьмин итеү. Исраил халҡын гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән гонаһ ҡорбаны, икмәк саҙаҡаһы, тотош яндырыу ҡорбаны һәм татыулыҡ ҡорбаны менән тәьмин итеү – хакимдың эше».


Шуның өсөн Изге Яҙмала: «Юғарыға күтәрелеп, әсирҙәрҙе артынан эйәртеп, кешеләргә бүләк өләште», – тип әйтелгән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ