Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 30:22 - Изге Яҙма

22 Хизкияһ Раббыға хеҙмәттә оҫталыҡ күрһәткән бөтә левиҙәрҙе рухландыра. Татыулыҡ ҡорбандары килтерә-килтерә, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны данлай-данлай, байрам ризығын ете көн ашайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 30:22
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы хәстәрләрмен. Күңелдәренә хуш килерҙәй һүҙҙәр әйтеп, Йософ туғандарын тынысландырҙы.


Оҙаҡ йылдар Исраил халҡы хаҡ Аллаһыҙ, юл күрһәтеүсе ҡаһинһыҙ, ҡанунһыҙ йәшәне.


Улар Йәһүҙәлә Раббының ҡанун китабынан һабаҡ бирә. Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында халыҡты уҡытып йөрөйҙәр.


Халыҡ өҫтөнән хәрби башлыҡтар тәғәйенләп, уларҙы ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанға йыя ла, йөрәктәренә үтерлек итеп, былай ти:


Үҙҙәрен Раббыға бағышлаған һәм халыҡҡа ғилем биргән левиҙәргә былай ти: – Изге һандыҡты Исраил батшаһы Дауыттың улы Сөләймән төҙөгән ҡорамға ҡуйығыҙ. Бынан ары һеҙгә уны күсереп йөрөтөүҙең хәжәте юҡ. Хәҙер Аллағыҙ Раббыға һәм Уның халҡы Исраилға хеҙмәт итегеҙ.


Инде ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы алдында гонаһтарыбыҙҙы танып, Уның ихтыярын үтәгеҙ: урындағы халыҡтарҙан һәм сит ҡәүем ҡатындарынан айырылығыҙ.


Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай.


Ә һин иһә, Ғөзәйер, Аллаң һиңә биргән аҡыл менән идара итеүселәр һәм хөкөмдарҙар ҡуй. Әйҙә улар Евфрат йылғаһы аръяғындағы өлкәлә йәшәгән барлыҡ халыҡҡа – Аллаңдың ҡанундарын белгәндәр халыҡҡа хөкөм ҡылһын. Ә ҡанун белмәгәндәрҙе һеҙ өйрәтегеҙ.


Алланың игелекле ҡулы өҫтөбөҙҙә булғанға күрә, улар беҙгә Исраилдың улы Леви ырыуынан Махлиҙың нәҫел вариҫын, Шеревъяһ исемле аҡыллы кешене улдары һәм ағай-энеләре менән бергә ебәрҙе. Улар ун һигеҙ кеше ине.


Ғөзәйер, беренсе көндән алып һуңғы көнгә тиклем, көн һайын Алланың ҡанун китабын уҡыны. Ете көн байрам иттеләр, ә һигеҙенсе көн, ҡағиҙә буйынса, изге йыйын булды.


Улар көндөң дүрттән бер өлөшөндә баҫып торған килеш Аллалары Раббының ҡанун китабын уҡыны, унан Аллалары Раббыға сәждә ҡылып, гонаһтарын таныны.


Минең рухлы телмәремде тыңлағыҙ, – ауыҙымды дөрөҫлөк һөйләр өсөн асамын.


Инде Мин уны, әүрәтеп, сүлгә алып китермен дә, Күңеленә үтерлек һүҙҙәр һөйләрмен.


Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.


«Ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡ балҡыһын», – тигән Алла Үҙе күңелдәребеҙҙә нурланды. Шулай Ғайса Мәсих йөҙөндә балҡыған Алла шөһрәтен танып белдек.


Яҡуп тоҡомон – ҡағиҙәләреңә, Исраил халҡын ҡануныңа өйрәтә. Алдыңда хуш еҫ төтәтә, Усағыңда тотош яндырыу ҡорбандары килтерә.


Улай ғына ла түгел, Раббым Ғайса Мәсихте танып белеүҙе мин берҙән-бер табыш тип һанайым һәм башҡа бөтә нәмәләрҙе лә юғалтыу тип уйлайым. Мәсихкә эйә булыу һәм Унда үҙемде табыу өсөн, мин бар нәмәне сүп-сарға иҫәпләп, уларҙан Мәсих хаҡына баш тарттым. Минең аҡланыуым ҡанунды үтәүгә түгел, ә Мәсихкә булған иманыма нигеҙләнгән, тимәк, был – иман аша Алланан килгән аҡланыу.


Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә.


– Улым! – тине Йушағ Ғаханға. – Исраил Аллаһы Раббыны данла һәм Уға маҡтау яуҙыр! Нимә эшләгәнеңде миңә һөйләп бир, бер нәмәне лә йәшермә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ