Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 30:18 - Изге Яҙма

18-19 Әфраим һәм Менашше, Исасхар һәм Зевулун ырыуҙарынан килгәндәрҙең күбеһе таҙарынмаған булһа ла, ҡанунда яҙылғанға ҡаршы килеп, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен ашай. Ләкин Хизкияһ улар өсөн доға ҡылып: «Эй игелекле Раббы! Ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн күңеле менән ынтылған һәр кемде, улар Изге торлаҡ ҡануны буйынса тейешенсә таҙарынып килмәгән булһалар ҙа, ғәфү итә күр!» – ти.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 30:18
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибраһим Аллаға доға ҡылды, Алла Авимәләхте, уның ҡатынын һәм ҡолиәләрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы.


Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


Тик Раббы миңә бер генә нәмәне ғәфү итә күрһен: батшам илаһ Риммондың ҡорамына табынырға барған ваҡытта миңә таянған саҡта, уның менән бергә ергә йөҙтүбән ҡапланғаным өсөн Раббы мин ҡолоңдо ярлыҡаһын.


Шулай ҙа Ашер, Менашше һәм Зевулун ырыуҙарының ҡайһы берәүҙәре күнеп, Йәрүсәлимгә килә.


Йәһүҙәнән йыйылған барса халыҡ, ҡаһиндар ҙа, левиҙәр ҙә, Исраилдан килгән кешеләр ҙә, Исраилдан күсеп килеп, Йәһүҙәлә йәшәүсе килмешәктәр ҙә – һәммәһе күңел аса.


Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була.


Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа!


Мин яратам, Раббы, торлағыңды, Шөһрәтең төйәкләнгән урынды.


Тормош юлыңды Раббыға тапшыр, Уға ышан – барыһын да ғәмәл ҡылыр.


Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».


Бөйөк Хакимым, ишет! Бөйөк Хакимым, кисер! Бөйөк Хакимым, ҡолаҡ һал! Беҙҙең үтенесебеҙҙе үтә, кисекмә – Үҙең хаҡына, Аллам минең, сөнки был – Һинең исемеңде йөрөткән Үҙеңдең ҡалаң һәм Үҙ халҡың.


Муса, быны ишетеп, ризалашты.


Нәжесләнгән әҙәм үҙен таҙарындырмаһа, халыҡ араһынан ҡыуылыр, сөнки ул Раббының Изге торлағын нәжесләне. Уға таҙарыныу һыуы теймәгәс, ул нәжес.


былай тине: – Мәйеткә ҡағылып нәжесләндек, тик ниңә беҙҙе бар исраилдар менән бергә үҙ ваҡытында Раббыға саҙаҡа биреүҙән мәхрүм итергә инде?


Шуға ла икмәкте ашар һәм туҫтаҡтан эсер алдынан кеше үҙен һынап ҡарарға тейеш.


Әгәр берәй кеше имандашының үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылғанын күрһә, уның өсөн доға ҡылһын, һәм Алла уның имандашына йәшәү бирәсәк. Быны мин үлемгә килтермәгән гонаһ ҡылыусылар хаҡында әйтәм. Үлемгә килтереүсе гонаһ бар: был гонаһ өсөн доға ҡылығыҙ, тимәйем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ