16 һәм үҙҙәренең ҡағиҙәләренә, Алла бәндәһе Муса ҡанунына ярашлы, тәғәйен урынды биләйҙәр. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә.
Ҡараһа, ни күрә: батша тап йола ҡушҡанса ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта. Ғаҫалъяһ шунда өҫтөндәге кейемен йыртып: – Хыянат! Хыянат! – тип ҡысҡырҙы.
Алла бәндәһе Мусаға килгәндә, уның улдары Леви ырыуының бер өлөшө булып һанала.
Батша, үҙ урынына баҫып, Раббы менән килешеү төҙөй: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирә.
Асаф нәҫеле йырсылары ла, Дауыт менән Асаф, Һеман һәм батша әүлиәһе Йедуҫун ҡушҡанса, урындарында тора, һәр ҡапҡа төбөндәге һаҡсылар урынынан ҡуҙғалмай: уларға хеҙмәтен ташлап йөрөргә сәбәп сыҡмай, сөнки леви туғандары уларға ла бешерә.
Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен.
Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.
Иман аша ул, баш балаларҙы һәләк итергә тейеш булған фәрештә Исраил халҡының балаларына теймәһен өсөн, ишектәргә ҡан һибеү һәм ҡотҡарылыу байрамын билдәләне.