Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 30:15 - Изге Яҙма

15 Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 30:15
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар ағай-энеһен йыйып ала, паклана һәм, батша бойороғо буйынса, Раббы күрһәтмәһенә ярашлы, Раббы ҡорамын пакларға китә.


Йыйын килтергән ҡорбандар һаны түбәндәгесә була: етмеш үгеҙ, йөҙ һарыҡ тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ бәрәсе – былар барыһы ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны.


Әммә ҡаһиндар аҙ һанлы булған өсөн, улар тотош яндырыу ҡорбанына тәғәйенләнгән малдарҙың бөтәһенең дә тиреһен тунап өлгөртә алмай. Шуға күрә уларҙың туғандары левиҙәр, башҡа ҡаһиндар үҙҙәрен изгеләндергәнсе һәм эш бөткәнгә тиклем, уларға ярҙамлаша. Левиҙәр ҡаһиндарға ҡарағанда үҙҙәрен изгеләндереүгә етдирәк мөнәсәбәттә була.


Икенсе айҙа Сөсө икмәк байрамын үткәреү өсөн Йәрүсәлимгә бик күп халыҡ йыйыла.


Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була.


сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.


Исраил халҡы Ҡотҡарылыу байрамын үҙ ваҡытында билдәләй алмай, сөнки күп ҡаһиндар әлегә изгеләнеү йолаһын үтмәгән һәм кешеләрҙең күпселеге Йәрүсәлимгә йыйылмаған була.


Йәмғиәткә ингән, үҙҙәренең бағышланыуына тоғро булғандарҙың хатта бәләкәй балалары ла, ҡатындары, улдары һәм ҡыҙҙары ла нәҫел исемлегенә яҙылған була.


Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсен салығыҙ, изгеләнегеҙ, Муса аша Раббы хәбәр иткәнгә ярашлы, уны туғандарығыҙ өсөн бешерегеҙ.


Изге йортҡа ингәнгә тиклем ҡаһиндарҙың барыһы ла, ниндәй төркөмгә инеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәрен паклаған була. Бына улар сыға,


Ҡаһиндар һәм левиҙәр таҙарындылар – улар барыһы ла, бер кеше кеүек, пак ине. Левиҙәр һөргөндән ҡайтҡан бөтә кешеләр өсөн, ҡәрҙәштәре ҡаһиндар өсөн, үҙҙәре өсөн Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанына тигән һарыҡ бәрәстәрен салдылар.


Раббы Мусаға: – Бар, халыҡ янына ҡайтып әйт, – тине. – Бөгөн-иртәгә уларҙы изгеләндер. Өҫ кейемдәрен йыуһындар,


Раббыға яҡынлашырға йыйынған ҡаһиндар ҙа үҙҙәрен изгеләндерһен; юҡһа Раббы уларҙы юҡ итер.


Ундайҙар Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙың ун дүртенсе көнөндә эңер төшкәс билдәләһен. Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны булған тәкә бәрәсте сөсө икмәк һәм әскелтем үләндәр менән ашаһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ