3 Бына Сөләймән һалған Алла ҡорамының нигеҙ үлсәмдәре: буйы боронғо үлсәмгә күрә – алтмыш терһәк, иңе – егерме терһәк.
Исраил халҡының Мысырҙан сығыуына дүрт йөҙ һикһән йыл үткәндән һуң, Сөләймән батша, тәхеткә ултырыуының дүртенсе йылында, йылдың икенсе зив айында Раббы ҡорамын һалдыра башланы.
Төҙөлөштө батша булып ултырғандың дүртенсе йылында, икенсе айының икеһендә башлай ул.
Ишектең уйымы ун терһәк булып, һәр ике яғындағы диуарҙарҙың оҙонлоғо бишәр терһәк ине. Шунан ул залды үлсәне – уның оҙонлоғо ҡырҡ терһәк, киңлеге егерме терһәк булды.