17 Был бағаналарҙы Сөләймән ҡорам алдына икеһен ике яҡҡа ултырта һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡҡа ҡуйғанын Боғаз тип атай.
Шимғондың улдары: Йемуил, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм ҡәнғәниҙәрҙән алған ҡатынының улы Шаул.
Хирам бағаналарҙы Алла йортоноң айуанына ҡуйҙы һәм уң яҡтағыһын Яхин, һул яҡтағыһын Боғаз тип атаны.
Сылбырҙар эшләтеп, шуларҙы бағаналарҙың башына уратып һалдыра, йөҙәр дана анар яһатып, сылбырҙарҙың өҫтөнә теҙҙертә.
Айуандың киңлеге егерме терһәк булып, оҙонлоғо ун ике терһәк ине. Уға ун баҫҡыс буйлап күтәрелергә. Айуанға ингән ерҙә ике яҡтан да бағаналар янында берәр колонна тора ине.