4 Унда ҡаһиндар менән левиҙәрҙе саҡырып ала, уларҙы көнсығыш майҙанға йыйып,
Батшалыҡ итеүенең тәүге йылының тәүге айында уҡ ул Раббы ҡорамының ишектәрен ҡайтанан астыра һәм уларҙы йүнәттерә.
былай ти: – Мине тыңлағыҙ, левиҙәр! Үҙегеҙҙе паклағыҙ, ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббының ҡорамын изгеләндерегеҙ, мөҡәддәс урындан уны нәжесләгән бөтә нәмәләрҙе сығарып ташлағыҙ.
Халыҡ өҫтөнән хәрби башлыҡтар тәғәйенләп, уларҙы ҡала ҡапҡаһы янындағы майҙанға йыя ла, йөрәктәренә үтерлек итеп, былай ти:
Ҡаһиндарҙан һуң Иммер улы Садоҡ үҙ йортоноң ҡаршыһындағы диуарҙы төҙәтте. Уның артынан Көнсығыш ҡапҡаһы ҡарауылсыһы Шеханъяһ улы Шемағъяһ эшләне.
Харсиҫ ҡапҡаһы ҡаршыһындағы Бен-Һинном үҙәненә сыҡ, Мин һиңә әйткән һүҙҙәрҙе иғлан ит.
Соҡоп алынған таштар урынына башҡа таштар ҡуйһындар һәм, яңы иҙмә алып, өйҙө ҡабат һылаһындар.