32 Йыйын килтергән ҡорбандар һаны түбәндәгесә була: етмеш үгеҙ, йөҙ һарыҡ тәкәһе, ике йөҙ һарыҡ бәрәсе – былар барыһы ла Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны.
Алла йортон изгеләндергәндә йөҙ үгеҙ, ике йөҙ һарыҡ тәкәһе, дүрт йөҙ һарыҡ бәрәсе һәм Исраил ырыуҙары һаны буйынса ун ике кәзә тәкәһе килтереп, бөтә Исраилдың гонаһы өсөн ҡорбан салдылар.
Иртәгәһенә халыҡ Раббыға ҡорбандар килтерә. Мең үгеҙ башмаҡ, мең һарыҡ тәкәһе, мең һарыҡ бәрәсе салып, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерәләр. Тейешенсә түкмә ҡорбан һәм башҡа бик күп ҡорбандар килтерелә.
Сөләймән татыулыҡ ҡорбаны итеп Раббыға егерме ике мең баш үгеҙ, йөҙ егерме мең һарыҡ тәкәһе килтерҙе. Шулай итеп, батша һәм бөтә халыҡ Раббы йортон изгеләндерҙе.
Батша ҡорбан салыр өсөн Ғивғон ҡалаһына йүнәлде, сөнки иң мөһим табыныу ҡалҡыулығы шунда ине. Сөләймән ошондағы ҡорбан усағында меңләп тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.
Хизкияһ, дауам итеп, былай ти: – Бына һеҙ үҙегеҙҙе Раббыға арнанығыҙ. Хәҙер тороп, Раббы ҡорамына ҡорбандар менән шөкөр саҙаҡаларын килтерегеҙ. Йыйын ҡорбандар, шөкөр саҙаҡалары килтерә башлай, айырыуса ихластар тотош яндырыу ҡорбандары сала.
Изге ҡорбан итеп алты йөҙ баш эре мал, өс мең ваҡ мал килтерелә.
Тотош яндырыу ҡорбандары ғәйәт күп була. Уларҙан тыш, татыулыҡ ҡорбандарының эс майы һәм тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә килтерелгән түкмә ҡорбандар күп була. Раббы ҡорамындағы хеҙмәт ошолай итеп тергеҙелә.
Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине:
Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.
Икенсе айҙың ун дүртендә Ҡотҡарылыу байрамы бәрәстәрен салалар. Ҡаһиндар менән левиҙәр оялалар һәм инде үҙҙәрен ваҡытында изгеләндерәләр, Раббы ҡорамына тотош яндырыу ҡорбандарын килтерәләр