30 Хизкияһ батша менән түрәләр левиҙәргә Раббыны Дауыт һәм Асаф әүлиә һүҙҙәре менән данларға бойора, улар шатланышып данлай, теҙ сүгеп сәждә ҡыла.
Артабан Йеһоядағ Дауыттың Раббы ҡорамы хаҡындағы күрһәтмәләрен үтәп, ҡаһиндар һәм левиҙәрҙән Раббы ҡорамы өсөн яуаплы кешеләр билдәләй. Улар, Муса ҡанунында яҙылғанса, Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтерергә һәм был йоланы Дауыт ҡушҡанса ҡыуанышып, йырлаша-йырлаша башҡарырға тейеш була.
Йәрүсәлимгә йыйылған исраилдар ете көн буйы Сөсө икмәк байрамын билдәләй, күңел аса, левиҙәр менән ҡаһиндар, көн һайын уйын ҡоралдарында уйнап, Раббыны данлай.
Бөтә йыйын тағы ете көн байрам итергә була һәм был ете көндө лә бик ҡыуанышып үткәрәләр,
Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай.
Барлыҡ исраилдар, ут төшкәнен һәм ҡорам өҫтөндәге Раббының шөһрәтен күреп, йөҙтүбән ергә ҡаплана һәм: «Ул игелекле, Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип Раббыға маҡтау яуҙыра.
Исраил халҡы, ҡаһиндар, левиҙәр һәм һөргөндән ҡайтҡан башҡа кешеләр оло шатлыҡ менән Алла йортон изгеләндереү ғәмәлен башҡарҙы.
Ете көн буйы шатлана-шатлана Сөсө икмәк байрамын билдәләнеләр, сөнки Раббы уларға ҡыуаныс бирҙе – Ашшур батшаһының илтифатын ҡаҙандырҙы һәм батша Исраил Аллаһының йортон һалыуға булышлыҡ күрһәтте.
Сөнки борондан, Дауыт менән Асаф замандарынан уҡ йырсылар араһынан башлыҡтар ҡуйыла һәм Аллаға маҡтау, шөкөр итеү йырҙары башҡарыла ине.
Шуға Раббы уларҙы ауыр эш менән йыуашайтты, Улар хәлдән тайып ҡолағанда, ярҙам итеүсе булманы.
Яратыусыһының хозурында һөйөнһөн Исраил, Батшаһын күңел түрендә тотоп ҡыуанһын Сион халҡы!
Раббының ҡарары мәңгегә үҙгәрмәҫ, Уның ниәттәре быуындан-быуынға күсеп барыр.
Йырсылар етәксеһенә: Дауыттың мәҙхиәһе.
Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.
Сөнки бөтә ер йөҙөндә Йә Раббы, иң бөйөгө Һинһең, Һәммә илаһтарҙан Һин өҫтөнһөң!
Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!