3 Батшалыҡ итеүенең тәүге йылының тәүге айында уҡ ул Раббы ҡорамының ишектәрен ҡайтанан астыра һәм уларҙы йүнәттерә.
Ахаз иһә Алла ҡорамындағы бөтә һауыттарҙы йыйып ала, вата-ҡыра, Раббы ҡорамының ишектәрен бикләй һәм Йәрүсәлимдең һәр бер мөйөшөндә сит аллаларға ҡорбан усаҡтары яһап ҡуя,
Улар беренсе айҙың беренсе көнөндә эшкә керешеп, һигеҙенсе көндә Раббы ҡорамының айуанына етәләр. Раббы ҡорамын изгеләндереү тағы ла һигеҙ көн бара һәм беренсе айҙың ун алтынсы көнөндә тамамлана.
Унда ҡаһиндар менән левиҙәрҙе саҡырып ала, уларҙы көнсығыш майҙанға йыйып,
Улар хатта айуан ишектәрен бикләп ҡуйҙы, майшәмдәрҙе һүндерҙе, хуш еҫ төтәтмәне, Исраил Аллаһының мөҡәддәс урынында тотош яндырыуҙар башҡарманы.
Батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында, үҫмер генә сағында, ул боронғо бабаһы Дауыттың Аллаһына ынтыла башлай, ә ун икенсе йылында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимде табыныу ҡалҡыулыҡтарынан, Ашера ҡолғаларынан, уйылған һәм ҡойолма боттарҙан таҙартырға тотона.
Ҡайғылы көнөмдә йөҙөңдө йәшермә минән, Ҡолаҡ һал, саҡырғанымда йәһәтерәк яуап ҡайтар.
– Беренсе айҙың тәүге көнөндә Изге торлаҡты – Осрашыу сатырын ҡор.
Ҡулың эшләй алғанды, көсөңдән килгәнде эшлә, сөнки һин бара торған үлеләр донъяһында эш тә, уй ҙа, белем дә, аҡыл да юҡ.
Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.