14 Һеман нәҫеленән Йехиил һәм Шимғи; Йедуҫун нәҫеленән Шемағъяһ һәм Ғуззиил.
Йырсылар Һеман, Асаф һәм Эҫан еҙ тәрилкәләр һуға;
Дауыт ғәскәр башлыҡтары менән бергә Асаф, Һеман һәм Йедуҫун улдарын махсус хеҙмәткә айырып ала: улар, арфала һәм лирала уйнап һәм тәрилкә һуғып, пәйғәмбәрлек итергә тейеш була. Был хеҙмәткә түбәндәгеләр тәғәйенләнә.
Йедуҫундан: Йедуҫундың алты улы – Гедалъяһ, Сери, Йешағъяһ, Шимғи, Хашавъяһ, Маттиҫъяһ. Аталары Йедуҫун уларҙың етәксеһе була, арфала уйнап пәйғәмбәрлек итә һәм Раббыға шөкөрана ҡылып маҡтау яуҙыра.
Улар барыһы ла аталарының етәкселеге аҫтында тәрилкә һуғып, лира һәм арфаларҙа уйнап, йырлап, Раббы йортонда хеҙмәт итә. Асаф, Йедуҫун, Һеман батшаға буйһона.
Бына был хеҙмәтте улдары менән берлектә ошо кешеләр башҡара: Ҡыһаҫ нәҫеленән – Һеман йырсы, ул – Йоилдың улы, Йоил – Шемуилдың,
Әлисафан нәҫеленән Шимри һәм Йеғиил; Асаф нәҫеленән Зәкәрьяһ һәм Маттанъяһ;
Улар ағай-энеһен йыйып ала, паклана һәм, батша бойороғо буйынса, Раббы күрһәтмәһенә ярашлы, Раббы ҡорамын пакларға китә.