12 Бына левиҙәр эшкә тотона: Ҡыһаҫ нәҫеленән Махаҫ Ғамасай улы һәм Йоил Ғазаръяһ улы; Мерари нәҫеленән Ҡиш Ғавди улы һәм Ғазаръяһ Йеһалләлил улы; Гершон нәҫеленән Йоах Зимма улы һәм Ғедән Йоах улы;
Һемандың һул яғында Мерари нәҫеленән булған Эҫан тора. Эҫан Ҡишиҙың улы булып, Ҡиши – Ғавдиҙең, Ғавди – Маллухтың,
Әлисафан нәҫеленән Шимри һәм Йеғиил; Асаф нәҫеленән Зәкәрьяһ һәм Маттанъяһ;
Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була.
Уның ҡул аҫтында эшләгән Ғедән, Минйәмин, Йешуағ, Шемағъяһ, Амаръяһ һәм Шеханъяһ килтерелгән мал-мөлкәтте ҡаһиндарҙың ҡалаларында йәшәгән ҡәрҙәштәренә, ҡаһин төркөмдәре буйынса, олоһон-кесеһен айырмайынса, ғәҙел итеп тарата.
Леви улдарының исемдәре – Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари.