10 Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем.
Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне.
Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды.
Йеһоядағ үҙенең, халыҡтың һәм батшаның Раббы халҡы булыуы тураһында килешеү төҙөй.
Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.
Былай эшләйек: был эште бөтә йәмғиәт исеменән башлыҡтарыбыҙ үҙ өҫтөнә алһын. Бөтә ҡалаларыбыҙҙағы сит халыҡтарҙан ҡатын алған кешеләр тәғәйенләнгән ваҡытта ҡаланың аҡһаҡалдары һәм хөкөмдарҙары менән бында килһен. Шул саҡ Аллабыҙҙың беҙгә ярһыуы баҫылыр.
Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!
Ғөзәйер бөйөк Алла Раббыға маҡтау-шөкөрана ҡылды. Барлыҡ халыҡ ҡулдарын өҫкә күтәреп: «Амин, амин», – тип торҙо. Һуңынан барыһы ла баштарын эйҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланып Раббыға сәждә ҡылды.
Бына шуға күрә беҙ яҙма рәүештә ныҡлы килешеү төҙөйбөҙ һәм ҡултамға итеп башлыҡтарыбыҙ, левиҙәребеҙ һәм ҡаһиндарыбыҙ уға мөһөр баҫа.
Бар, төньяҡҡа ошо һүҙҙәрҙе еткер, әйт: «Кире ҡайт Миңә, хыянатсыл Исраил! Һиңә асыуымды түкмәм, Мин Үҙемдең һөйөүемә тоғромон, – тип белдерә Раббы. – Асыуым мәңгегә бармаҫ.
Шулай Ул һәр ваҡыт асыулы булырмы? Ярһыуын мәңгегә онотмаҫмы?“ – тип әйтәһең. Үҙең иһә һаман яуызлыҡ ҡылаһың».
Әле тәүбәгә килдегеҙ һәм Минең күҙемдә дөрөҫ булғанды эшләнегеҙ: һәр берегеҙ ҡәрҙәшегеҙгә азатлыҡ иғлан иттегеҙ һәм хозурымда, Минең исемемә бағышланған йортта килешеү төҙөнөгөҙ.
Килешеүҙе боҙған, башмаҡты икегә бүлеп һәм киҫәктәре араһынан үтеп, Минең хозурымда антлашҡан, әммә килешеү шарттарын тотмаған был әҙәмдәрҙе Мин уртаға ҡырҡылған башмаҡ хәленә төшөрәм.
Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.
Беҙ өмөтләнгәнсә генә эшләп ҡалманылар, ә үҙҙәрен Алла ихтыяры менән иң элек Раббыға, унан һуң беҙгә лә тапшырҙылар.
Өҫтәренән бейек итеп таш өйҙөләр – был өйөм әле лә шунда. Шулай иткәндән һуң, Раббының асыуы баҫылды. Шул замандан бирле был урын Ғахор үҙәне тип атала.