Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 28:9 - Изге Яҙма

9 Унда Раббы пәйғәмбәре йәшәгән була, исеме – Ғодед. Ул, Самарияға ҡайтып килгән ғәскәр ҡаршыһына сығып, былай ти: – Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббы, йәһүҙиҙәргә асыуланып, уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙы, ә һеҙ уларҙы күктәргә олғашырлыҡ нәфрәт менән ярһып ҡырҙығыҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 28:9
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан былай тинеләр: – Ер йөҙө буйлап таралышып бөтмәйек һәм исемебеҙҙе данға күмәйек тиһәк, үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк.


– Нишләнең һин? – тине Раббы. – Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!


Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».


Пәйғәмбәр Исраил батшаһына килеп: – Бар, көс тупла, нимәләр эшләргә кәрәклеген ныҡлап уйла, сөнки киләһе яҙ Арам батшаһы йәнә яу менән киләсәк, – тине.


Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Раббы былай ти: «Мин үлемгә дусар иткән кешене ҡулыңдан ысҡындырҙың, шуға күрә уның йәне урынына һинең йәнең алыныр, уның халҡы урынына һинең халҡың ҡырылыр», – тип белдерҙе.


Дауыт Ғадҡа былай тип яуап ҡайтара: – Бик ауыр миңә, әммә әҙәм ҡулына ҡалғансы, язаны Раббынан алыу яҡшыраҡ булыр, сөнки Уның рәхимлеге сикһеҙ.


Быларҙы күреп, Раббы Алла уны арамиҙар батшаһы ҡулына тапшыра. Улар Ахазды еңә һәм, күптәрҙе әсирлеккә алып, Дамаскка алып китә. Бынан тыш Раббы Ахазды Исраил батшаһы ҡулына тапшыра, һәм Ахаз уның тарафынан ныҡ ҡыйратыла.


әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан.


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.


Ә еңел йәшәгән ҡәүемдәргә бик асыулымын, сөнки Мин үтә асыулы булмаған саҡта, улар Минең халҡыма ҡарата яуыз ғәмәлдәрен арттырҙы“.


Уның гонаһтары инде өйкәлешеп, күккә тиклем ашты һәм Алла уның енәйәттәрен иҫенә төшөрҙө.


Бының өсөн Раббының Исраилға асыуы ҡабарҙы, һәм Ул исраилдарҙы Арам-Наһараим батшаһы Кушан-Ришғаҫаим ҡулына тапшырҙы. Исраил халҡы һигеҙ йыл Кушан-Ришғаҫаим хакимлығы аҫтында булды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ