Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 28:8 - Изге Яҙма

8 Исраилдар үҙҙәренең туғандары йәһүҙиҙәрҙең ике йөҙ мең кешеһен – ҡатындарын, улдарын һәм ҡыҙҙарын әсирлеккә ала; шулай уҡ уларҙан бик күп яумал талап, Самарияға оҙата.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 28:8
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Юҡ, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Уларҙы бит уҡ-һаҙағың, ҡылысың менән әсир итмәнең. Ашатып-эсер ҙә үҙҙәренең хужаларына ҡайтып китһендәр.


Раббы былай ти: «Туғандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббы әйткәнде тыңлай, кире борола, Яровғамға ҡаршы бармай.


Хәҙер минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һалығыҙ: әсиргә алған туғандарығыҙҙы ҡайтарып ебәрегеҙ, юғиһә Раббы Үҙенең асыуын өҫтөгөҙгә төшөрөр.


Әфраимдарҙан ғәйрәтле Зихри иһә батша улы Мағасеяһты, һарай мөдире Ғазриҡамды һәм батшанан һуң икенсе булған Әлҡананы үлтерә.


Менашше Әфраимды, Әфраим Менашшены ейер, Шунан бергә Йәһүҙәнең өҫтөнә ташланырҙар. Шунда ла Раббының асыуы ҡайтмаҫ, Ҡулы күтәрелгән килеш ҡалыр.


– Туғандар! – тип һүҙен дауам итте Паулус. – Ибраһим нәҫеле балалары һәм Алланы ололаусы башҡа кешеләр! Ҡотҡарылыу хаҡындағы был хәбәр беҙгә ебәрелде.


Икенсе көндө Муса, ике Исраил кешеһенең һуғышҡанын күреп, уларҙы яраштырырға теләй: «Һеҙ туғандар бит, ниңә бер-берегеҙҙе рәнйетәһегеҙ?»


Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.


Улдарығыҙ һәм ҡыҙҙарығыҙ тыуыр, тик улар янығыҙҙа ҡалмаҫ, әсирлеккә китер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ