7 Әфраимдарҙан ғәйрәтле Зихри иһә батша улы Мағасеяһты, һарай мөдире Ғазриҡамды һәм батшанан һуң икенсе булған Әлҡананы үлтерә.
Уға үҙенекенән ҡала икенсе дәрәжәләге арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» – тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине. Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идарасы итеп ҡуйҙы.
Көмөш алығыҙ – тоҡтарығыҙға һалып ҡайтарғанды ла, башҡаһын да – бәлки, улар яңылышҡандыр.
Ағай-эне бүләктәр әҙерләп, көмөштө элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алды ла, Мысырға килеп, Йософ алдына баҫты – был юлы Бинйәмин менән.
Ремалъяһ улы Пеҡах батша бер көндә Йәһүҙәнең йөҙ егерме мең яугирен ҡырып һала, сөнки улар ата-бабаларының Аллаһы Раббыны ташлаған була.
Исраилдар үҙҙәренең туғандары йәһүҙиҙәрҙең ике йөҙ мең кешеһен – ҡатындарын, улдарын һәм ҡыҙҙарын әсирлеккә ала; шулай уҡ уларҙан бик күп яумал талап, Самарияға оҙата.
Йәһүд Мордехай дәүләттә Ахашверош батшанан ҡала икенсе кеше булды. Йәһүдтәрҙең иң бөйөгө булған, күп һанлы ырыуҙаштарының тәрән ихтирамын яулаған Мордехай үҙ халҡының именлеген ҡайғыртты, тоҡомоноң яҡлаусыһы булды.