26 Ахаздың башҡа ғәмәлдәре һәм ҡылған эштәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
Рехавғамдың ҡылған ғәмәлдәре баштан алып аҙағына тиклем Шемағъяһ пәйғәмбәр менән Ғиддо әүлиәнең нәҫел шәжәрәләре индерелгән тарих китаптарында хикәйәләнә. Рехавғам менән Яровғам араһында туҡтауһыҙ һуғыш бара.
Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.
Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.
Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында сит аллаларға төтәтеү өсөн табыныу ҡалҡыулыҡтары булдырып, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны асыуландыра.