25 Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларында сит аллаларға төтәтеү өсөн табыныу ҡалҡыулыҡтары булдырып, ата-бабаларының Аллаһы Раббыны асыуландыра.
Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“.
Ахаз иһә Алла ҡорамындағы бөтә һауыттарҙы йыйып ала, вата-ҡыра, Раббы ҡорамының ишектәрен бикләй һәм Йәрүсәлимдең һәр бер мөйөшөндә сит аллаларға ҡорбан усаҡтары яһап ҡуя,
Ахаздың башҡа ғәмәлдәре һәм ҡылған эштәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра.
Боттарға табынған ҡалҡыулыҡтарҙа, түбәләрҙә, һәр бер суҡ япраҡлы ағас аҫтында ҡорбан сала һәм хуш еҫ төтәтә.
Ахаз батша үлгән йылды шундай әүлиәлек булды:
Эй Йәһүҙә халҡы, нисә ҡалаң булһа, шул саҡлы уҡ илаһтарың бар һинең. Йәрүсәлим урамдары күпме булһа, әшәке Бәғелгә ҡорбан усаҡтарығыҙ шунса».
Һине ултыртҡан Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙе башыңа бәлә килтерергә ҡарар итте, сөнки Исраил менән Йәһүҙә халҡы золом ҡылды. Бәғелгә хуш еҫ төтәҫләп, Раббыны асыуландырҙы.
үҙеңә убалар ҡорҙоң, һәр майҙанда табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөнөң.