Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 28:23 - Изге Яҙма

23 Уны еңгән Дамаск аллаларына ҡорбан килтерә: «Арам батшаларының аллалары уларға ярҙам итә лә баһа, мин дә уларға ҡорбан салайым да, улар миңә лә ярҙам итер», – тип өмөтләнә. Әммә был илаһтар Ахаз менән бөтә Исраилдың һәләкәтенә сәбәп була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 28:23
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эдомдарҙы ҡыйратҡандан һуң, Амасъяһ үҙе менән Сеғир халҡының илаһтарын алып ҡайта. Ул уларҙы үҙенең аллалары итә, уларға сәждә ҡылып ҡорбандар килтерә.


Фетнәсе менән гонаһлылар бергә ҡырылыр, Раббынан ваз кискәндәр юҡҡа сығыр.


Ҡәүемдәрҙең иҫән ҡалғандары, Йыйылығыҙ, яҡыныраҡ килегеҙ! Ағас боттарын йөкмәгән, Ҡотҡара алмаған илаһҡа доға ҡылғандар Бер нәмә лә белмәй.


Боттары хас та ҡыяр баҡсаһындағы ҡарасҡы – Һөйләшә алмайҙар; Уларҙы күтәреп йөрөтөргә кәрәк, Сөнки үҙҙәре атлай алмай. Ҡурҡмағыҙ уларҙан, Зыян ҡылырға хәлдәренән килмәй уларҙың, Әммә яҡшылыҡ та эшләй алмайҙар».


Башҡа илаһтар артынан сабып, Аяғың сейләнмәһен, Исраил, Тамағың сарсап кипмәһен! Әммә һин: „Өҙ өмөтөңдө! Мин яттарҙы һөйәм, Улар артынан эйәрәм“, – тинең.


Һәләк иттең үҙеңде, Исраил – Сөнки ярҙамсың Мин генә инем.


Уйнаштары артынан ташланыр, Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ; Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ. Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. – Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.


Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ