20 Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп, Ахазға ярҙам итер урынға, уны ҡыҫырыҡлай башлай.
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Ашшур батшаһы Исраил ерҙәренә һөжүм итте һәм, Самарияға килеп, уны өс йыл ҡамалышта тотто.
Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.
Бәғелдең улы Беера, Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр һөргөнгә алып киткәндә, ул рәүвәндәрҙең нәҫел башлығы булған була.
Батша менән уның түрәләре исеменән яҙылған хаттарҙы бөтә Исраил менән Йәһүҙә халҡына еткереүсе сапҡындар юлға сыға. Хатта былай тиелгән була: «Исраил халҡы! Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы Раббыға йөҙ бороғоҙ, һәм Ул да Ашшур батшаларынан иҫән ҡалған һеҙгә табан боролор.
„Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.
Әммә фирғәүендең яҡлауы уларға хурлыҡ, Мысыр күләгәһенә һыйыныу оят килтерер.
Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.
Был көндө бөйөк Хаким Евфраттың аръяғында ялланған бәке – Ашшур батшаһы – менән һаҡалығыҙҙы, сәсегеҙҙе, тәнегеҙҙәге бөтә төктәрегеҙҙе ҡырып ташлар.
Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.
Ҡулдарың менән башыңды аймап, Унан да сығырһың, сөнки Раббы Һин өмөт бағлағандарҙан ваз кисте, Улар менән уңыш ҡаҙана алмаҫһың».
Һин ашшурҙар менән дә зина ҡылдың, ләкин туйманың; уйнаш иттең, әммә ҡәнәғәтләнмәнең.
Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.