17 сөнки эдомдар тағы килә, Йәһүҙә халҡын ҡыра, әсирҙәрҙе алып китә.
Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе.
Йеһорам батша булған ваҡытта, эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп, уның хакимлығы аҫтынан сыға һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуя.
Шуның өсөн аталарыбыҙ ҡылыстан ҡырылды, ә улдарыбыҙ менән ҡыҙҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ әсирлектә.
Раббы Хаким былай ти: «Эдом, Йәһүҙә халҡынан үс алып, ҙур ғәйеп эшләне.
Ошоларҙан һуң да Мине тыңламаһағыҙ, гонаһтарығыҙ өсөн язаны ете тапҡыр арттырасаҡмын.
Раббы былай ти: «Эдом енәйәт артынан енәйәт ҡыла, Енәйәттәре саманан ашты. Минең ҡарарым ҡаты: Ҡылыс тотоп туғанын ҡыуа төшкән, Аяу тигән нәмәне онотоп, Туғанына гел асыу һаҡлаған, Ярһыуына баш булмаған өсөн,
Энең Яҡупҡа йәбер-золом ҡылғаның өсөн, Хурлыҡҡа төшөрөлөрһөң, Мәңгегә юҡ ителерһең.