16 Шул саҡ Ахаз батша Ашшур батшаһына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә,
Ул көн Исраилдың иҫән ҡалғандары, Яҡуп нәҫеленең ҡасып тере ҡалғандары Үҙҙәренә һөжүм иткәндәргә түгел, Ысын күңелдән Раббыға, Исраилдың Изгеһенә, таянырҙар.
Раббы һиңә, халҡыңа, атаң нәҫеленә Әфраим Йәһүҙәнән айырылғандан алып был көнгә тиклем һис күрелмәгән бәлә ебәрер, өҫтөгөҙгә Ашшур батшаһын килтерер.
Инде ниңә Мысырға бараһың, Шихор һыуын эсергәме? Ни өсөн Ашшурға юл тотаһың, Евфрат һыуын эсергәме?
Ниңә унда-бында сабыулайһың, Юлыңды туҡтауһыҙ үҙгәртәһең? Ашшур һине нисек оятҡа ҡалдырған, Мысыр ҙа шулай хурлыҡҡа төшөрөр.
Һин ашшурҙар менән дә зина ҡылдың, ләкин туйманың; уйнаш иттең, әммә ҡәнәғәтләнмәнең.
Әфраим – үҙенең сирен, Йәһүҙә эренле шешен күргәс, Әфраим Ашшурға юл тотто – Бөйөк батшаға илселәр ебәрҙе. Әммә был батша һеҙҙе шифалай алмаҫ, Эренле шешегеҙҙән дауаламаҫ.