Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 28:15 - Изге Яҙма

15 Әсирҙәр тураһында хәстәрлек күреү өсөн исемләп кешеләр тәғәйенләнә. Улар яланғастарына яумалға алынған әйберҙәр араһынан кейем-һалым, аяҡ кейеме бирә, ашата, эсерә, яраларына зәйтүн майы һөртә. Шунан, хәлһеҙҙәрен ишәктәргә мендереп, хөрмәләр ҡалаһы Йерихоға, уларҙың туғандарынан алыҫ булмаған урынға, алып бара. Унан үҙҙәре Самарияға әйләнеп ҡайта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 28:15
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Юҡ, – тип яуапланы пәйғәмбәр. – Уларҙы бит уҡ-һаҙағың, ҡылысың менән әсир итмәнең. Ашатып-эсер ҙә үҙҙәренең хужаларына ҡайтып китһендәр.


Батша арамиҙар ғәскәре өсөн ҙур табын әҙерләргә бойорҙо. Ашатып эсергәс, уларҙы ҡайтарып ебәрҙе, һәм арамиҙар үҙҙәренең хужаларына әйләнеп ҡайтты. Ошонан алып арамиҙар Исраил еренә баҫып инеүҙән туҡтаны.


Әфраимдарҙан ҡайһы бер түрәләр – Ғазаръяһ Йеһоханан улы, Бәрәхъяһ Мешиллемоҫ улы, Йехизкияһ Шаллум улы һәм Ғамаса Хадлай улы яуҙан ҡайтып килеүселәрҙең ҡаршыһына сыға ла


Яугирҙәр әсирҙәрҙе һәм яумалды хәрби түрәләр һәм йыйылған халыҡҡа ҡалдыра.


сығышы менән Йерихонан булғандар нәҫеленән – өс йөҙ ҡырҡ биш кеше;


– Ярай, ҡайтарырбыҙ, уларҙан бер ни ҙә һорамаҫбыҙ, һин ни әйтһәң, шуны эшләрбеҙ, – тинеләр. Мин ҡаһиндарҙы саҡырып алдым да, шулай эшләйәсәкбеҙ, тип ант итергә ҡуштым.


Икмәгеңде астар менән бүлеш, Йортһоҙ фәҡирҙәрҙе өйөңә саҡыр, Яланғасты күрһәң, кейендер, Туғандарыңдан ситкә боролма.


Һеҙгә, Мине тыңлаусыларға, әйтәм: дошмандарығыҙҙы яратығыҙ, һеҙҙе күрә алмаусыларға яҡшылыҡ ҡылығыҙ,


Ғайса ярға сыҡҡас, шундағы ҡаланың ен эйәләшкән бер кешеһе Уға ҡаршы килде. Ул байтаҡтан бирле кейем кеймәй ине һәм өйөндә түгел, ә ҡәбер мәмерйәһендә йәшәп йөрөнө.


Нимә булғанын күрергә теләп, кешеләр Ғайса янына килде. Эсенән ендәре сыҡҡан әҙәмдең кейенгән һәм аҡылына килгән хәлдә Ғайсаның аяҡ осонда ултырғанын күреп, ҡурҡыуға ҡалдылар.


Петрус улар менән бергә Яфоға килде. Уны өҫкө ҡаттағы бүлмәгә алып менделәр. Бөтә тол ҡатындар Петрус янына йыйылды, илай-илай уға Доркас тере сағында үҙе теккән күлдәктәрҙе, кейемдәрҙе күрһәтте.


Беҙ, көслөләр, үҙебеҙҙе генә ҡайғыртырға түгел, ә көсһөҙҙәрҙең йөктәрен дә күтәрешеп йөрөргә тейешбеҙ.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Мусаның ҡайныһы нәҫеленән булған ҡыниҙар Йәһүҙә ырыуының кешеләре менән бергә Хөрмәләр ҡалаһынан китеп, Йәһүҙә сүленә – Негевҡа, Ғарад еренә килде һәм унда йәшәгән халыҡ араһында төпләнде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ