ІІ Йылъяҙма 26:7 - Изге Яҙма7 Ул пелештиҙәргә, Гур-Бәғелдә йәшәгән ғәрәптәргә һәм мағондарға ҡаршы һуғышҡанда, Алла уға ярҙам итә. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Үрҙә исемләп һаналғандар Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ хакимлыҡ иткән осорҙа ошонда килә. Улар Хам нәҫелдәренә торлаҡтарында һәм улар араһында төйәкләнгән меғуниҙәргә һөжүм итә һәм, харам ҡылып, тотошлайы менән ҡырып бөтөрә, биләмәләренә хужа була. Улар әлегә тиклем шунда йәшәй, сөнки бында мал-тыуарға көтөүлектәр етерлек.
Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.