6 Ғуззияһ, пелештиҙәргә ҡаршы һуғыш башлап, Ғаҫ, Явне һәм Ашдод ҡалаларының диуарҙарын емерә, Ашдод эргәһендә һәм пелештиҙәргә ҡараған башҡа урындарҙа ҡалалар төҙөй.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондорҙо һәм Мәҫәг-Амманы тартып алды.
Күпмелер ваҡыт үткәс, Дауыт, пелештиҙәрҙе ҡыйратып, уларҙы үҙенә буйһондора һәм Ғаҫ менән уның тирәһендәге ауылдарҙы тартып ала.
Ғаҫ, Мареша, Зифты,
Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта.
«Эй Пелешеҫ иле, һине туҡмаған таяҡ һынды тип ҡыуанма, Сөнки йылан тамырынан ҡара йылан сығыр. Уның тоҡомо оса торған ағыулы йылан булыр.
Ашшур батшаһы Саргон үҙенең ғәскәр башлығын Ашдод ҡалаһына ебәрҙе. Ғәскәр башлығы барып, ул ҡаланы яулап алды.
Ашдодтағы тәхет хужаһын, Ашҡылонда хакимлыҡ таяғы эйәһен юҡҡа сығарам; Мин Ғәҡронға ҡаршы ҡул күтәрәм, Имен ҡалған пелештиҙәр юҡ булыр!» – ти Раббы Хаким.
Барып ҡарағыҙ Калнеға, Ул ерҙән бөйөк Хамаҫҡа үтеп, Артабан пелешти Ғаҫына төшөгөҙ: Һеҙ ул батшалыҡтарҙан ҡеүәтлерәкме? Әллә биләмәгеҙ уларҙыҡынан ҙурыраҡмы?
Ғәҡрон ҡалаһы урынлашҡан тауҙың төньяҡ битләүе буйлап барғас, Шиккерон яғына борола, Бағала тауын үтеп, Явнеил ҡалаһына килеп сыға һәм диңгеҙгә барып терәлә.
эргә-тирәһендәге ауылдар менән бергә Ашдод һәм Газа Мысыр сигендәге йылғаға һәм Бөйөк диңгеҙ ярына тиклем.
Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр.
Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды.