Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 26:15 - Изге Яҙма

15 Тағы ла ул Йәрүсәлимдә бик оҫта итеп уйланған ҡулайламалар эшләтә, улар манараларға һәм мөйөштәргә ҡуйылып, уҡтар һәм ҙур таштар яуҙырыу өсөн тәғәйенләнгән була. Хикмәтле ярҙам алған өсөн ул ҡеүәтле булып китә, даны алыҫтарға тарала.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 26:15
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул Дан ырыуынан булған ҡатындың улы, ә атаһы сығышы менән Тирҙан. Хурам алтын, көмөш, баҡыр, тимер, төрлө таш һәм ағас, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, зәңгәр һәм ут-ҡыҙыл төҫтәге йоҡа етен туҡымалар, ептәр менән эш итә белә, һырлау-семәрләүгә оҫта, үҙенә ышанып тапшырылған һәр бер эштә белекле. Ул һинең һәм хакимым Дауыттың, атайыңдың, оҫталары менән бергәләп, ҡушылғандың һәммәһен дә үтәр.


Һин миңә алтын, көмөш, баҡыр, тимер менән эш итеү, ҡарағусҡыл ҡыҙыл, ут-ҡыҙыл, зәңгәр ептәр, туҡымалар әҙерләү, һырлау-семәрләү оҫтаһын ебәр. Ул Йәһүҙә һәм Йәрүсәлимдә атайым Дауыт һайлаған оҫталарым менән бергә эшләр.


Ғуззияһ бөтә ошо ғәскәре өсөн ҡалҡандар һәм һөңгөләр, торҡа һәм һарайталар, уҡ-һаҙаҡ һәм һапҡы таштары әҙерләтә.


Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.


Ул алтын, көмөш һәм баҡырҙан төрлө әйберҙәр уйлап табыу һәм яһау оҫталығына эйә;


Шуға күрә Мин дә был халыҡҡа Яңы мөғжизә, шаҡ ҡатырлыҡ хикмәт ҡылырмын. Аҡыл эйәләренең аҡылы юҡҡа сығыр, Зиһенлеләрҙең зиһене бөтөр».


«Ҡәүемдәргә ҡарағыҙ ҙа, күрегеҙ! Аптырап шаҡ ҡатырһығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, Һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ.


Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Ағастың емеш бирмәгәнен белгәндә генә ҡырҡып, һеҙҙең менән һуғышҡан ҡалаға ҡаршы ҡоролмалар төҙөүҙә файҙалана алаһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ