14 Ғуззияһ бөтә ошо ғәскәре өсөн ҡалҡандар һәм һөңгөләр, торҡа һәм һарайталар, уҡ-һаҙаҡ һәм һапҡы таштары әҙерләтә.
Улар ҡулы аҫтында өс йөҙ ете мең биш йөҙ ҡаһарман яугир булып, улар батшаға фиҙаҡәр рәүештә ярҙам итергә, дошманға ҡаршы һуғышҡа инергә әҙер тора.
Тағы ла ул Йәрүсәлимдә бик оҫта итеп уйланған ҡулайламалар эшләтә, улар манараларға һәм мөйөштәргә ҡуйылып, уҡтар һәм ҙур таштар яуҙырыу өсөн тәғәйенләнгән була. Хикмәтле ярҙам алған өсөн ул ҡеүәтле булып китә, даны алыҫтарға тарала.
Уның уртаһында баштан кейер өсөн уйым булһын. Туҡыманың сите туҙрамаһын өсөн уйымдың ситтәре яға һымаҡ итеп тегелһен.
Эйәрләп аттар менегеҙ, Һыбайлылар, торҡа кейегеҙ ҙә теҙелегеҙ. Һөңгө башаҡтарын үткерләгеҙ, Һарайтағыҙҙы кейегеҙ!»
Ошо ғәскәр араһында ете йөҙ һулаҡай яугир булып, уларҙың һәр береһе һапҡынан таш бәргәндә баштағы сәс бөртөгөнә лә тейҙерә алған мәргән ине.
Дауыт ҡулын тығып муҡсаһынан бер таш алды ла һапҡыһы менән уны һелтәп ебәрҙе. Таш пелештиҙең маңлайына барып ҡаҙалды. Пелешти йөҙтүбән ергә йығылды.