10 Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Илселәрең аша Мин бөйөк Хакимды хурланың, „Иҫәпһеҙ яу арбаларым менән Тауҙарҙың үренә мендем, Ливан арҡаларына артылдым. Бейек кедр ағастарын, Һайландыҡ кипаристарҙы ҡырҡтым, Иң алыҫ төбәгенә, ҡуйы урмандарына олғаштым.
Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды.
Йеһошафат күтәрелгәндән-күтәрелә, Йәһүҙәлә ҡәлғәләр, кәрәк-яраҡ һаҡлай торған келәт ҡәлғәләр төҙөтә.
Йәһүҙә ҡалаларында ул күп итеп кәрәк-яраҡ туплай, Йәрүсәлимдә үҙенең ҡаһарман яугирҙәрен урынлаштыра.
Ғуззияһтың төркөмдәргә бүленгән, һуғышҡа әҙер, өйрәтелгән ғәскәре була. Яугирҙәрҙе батша түрәләренең береһе Хананъяһтың ҡулы аҫтында кәтип Йеғиил менән мөдир Мағасеяһ исемлеккә теркәгән була.
Ҡалалар төҙөтә. Ваҡ һәм эре мал көтөүҙәре бик күп була, сөнки Алла уға байлыҡты мул бирә.
Ер бөтә кешеләргә лә ярҙам итә, хатта батша ла баҫыуҙан алынған уңыш иҫәбенә йәшәй.
Ливан тиҙ арала уңдырышлы баҫыуға, Уңдырышлы баҫыу иһә урманға әүерелмәҫме?
Яҫы таулыҡтағы бөтә ҡалаларҙы, тотош Ғилғәдте, Ғоғтың Башан батшалығындағы ҡалалары булған Салха менән Әдрәғигә тиклем бөтә Башанды ҡулға төшөрҙөк.
Мағон, Кармәл, Зиф, Ютта,
Икенсе көндө иртүк тороп, Шемуил Шаулды күрергә китте. Әммә уға Шаулдың үҙенә һәйкәл ҡуйыр өсөн Кармәлгә барғаны, унан боролоп ҡайтҡандан һуң Гилгалға төшкәне хаҡында әйттеләр.