9 Амасъяһ Алла бәндәһенән: – Исраил ғәскәренә биргән йөҙ талант менән нишләргә һуң? – тип һорай. Алла бәндәһе: – Раббы һиңә унан да күпте бирә ала, – тип яуаплай.
Амасъяһ Әфраимдан килгән яугирҙәрҙе айырып ҡайтарып ебәрә. Улар Йәһүҙәгә бик ныҡ асыуланып, ярһып ҡайтып китә.
Дауыттың мәҙхиәһе. Йәнемде Һиңә тапшырам, Раббы!
Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.
Аллаң Раббыны иҫеңдә тот, сөнки Ул һиңә байлыҡ табырға көс бирә – ата-бабаларың менән антлашып төҙөгән килешеүҙе шул рәүешле Ул бөгөнгәсә үтәп килә.