ІІ Йылъяҙма 25:5 - Изге Яҙма5 Амасъяһ Йәһүҙә халҡын йыя һәм, уларҙы ғаиләләре буйынса бүлеп, һәр төркөмгә Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙарынан мең баштары һәм йөҙ баштары тәғәйенләй. Йәше егерме һәм егерменән уҙған ир-егеттәрҙе иҫәпкә алғандан һуң, һуғышҡа яраҡлы, һөңгө һәм ҡалҡан тоторлоҡ өс йөҙ мең кеше булыуы асыҡлана. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Аса йәһүҙиҙәргә былай ти: – Әйҙәгеҙ, ҡалаларҙы төҙөйөк, уларҙы диуарҙар менән уратайыҡ, күҙәтеү манаралары, арҡыры биктәр менән бикләнә торған ҡапҡалар эшләйек. Бар күңелдән Аллабыҙ Раббыға ынтылғанға күрә, ил әле үҙебеҙҙеке. Беҙ Уға ынтылабыҙ, ә Ул беҙгә һәр яҡлап тыныс тормош бирә. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы ҡалаларын төҙөкләндерә, эштәре уң була.