Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 25:27 - Изге Яҙма

27 Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 25:27
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлимдә Амасъяһҡа ҡаршы фетнә ойошторолдо. Ул Лахиш ҡалаһына ҡасты, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтерттеләр.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Шунан Йеһу Ахазъяһты эҙләргә тотона. Уны, Самарияла йәшенеп йөрөгән еренән табып, Йеһуға алып киләләр һәм үлтерәләр. Әммә уны дәфен ҡылалар, сөнки: «Ул бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат улы бит!» – тиҙәр. Шулай итеп, Ахазъяһ йортонда батша булырлыҡ берәү ҙә ҡалмай.


Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар.


Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.


Амасъяһтың мәйетен атта алып ҡайтып, Йәһүҙә ҡалаһында ата-бабалары янына ерләйҙәр.


Ярандары Амонға ҡаршы фетнә ойоштора һәм уны һарайында үлтерә.


Йушағ Ливнанан бөтә исраилдар менән бергә Лахишҡа табан ҡуҙғалды һәм, туплам ҡороп, уға һөжүм итте.


Ғилғәдкә – Рәүвән, Ғад ырыуҙары һәм Менашше ырыуының яртыһы эргәһенә килгәс, илселәр былай тине:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ