26 Амасъяһтың башҡа ғәмәлдәре тураһында башынан аҙағынаса Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабында яҙылған.
Яровғамдың бүтән эштәре – нисек һуғышҡаны, илгә ни рәүешле батшалыҡ иткәне «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Рехавғамдың башҡа эштәре, ул ҡылған бөтә ғәмәлдәр тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Йеһоаштың башҡа бөтә ғәмәлдәре, ҡылған батырлыҡтары, Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ менән һуғышҡаны тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Дауыт батшаның барлыҡ эш-ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Шемуил әүлиәнең һәм Наҫан пәйғәмбәрҙең, шулай уҡ Ғад әүлиәнең яҙмаларында тасуирлана:
Йеһошафаттың башҡа ғәмәлдәре башынан аҙағынаса Ханани улы Йеһу яҙмаларында хикәйәләнгән һәм Исраил батшалары китабына индерелгән.
Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ Йоаш улы Исраил батшаһы Йеһоаш Йеһоахаз улы үлгәндән һуң, ун биш йыл йәшәй.
Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр.
Ғуззияһтың башҡа ғәмәлдәрен, башынан аҙағынаса, Амус улы Ишағыяһ пәйғәмбәр яҙып ҡалдырған.
Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре, уның бөтә яуҙары һәм тотҡан юлы Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән.
башынан аҙағынаса Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған.
Йеһояҡимдың башҡа ғәмәлдәре, ул ҡылған әшәке эштәр Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған. Уның урынына улы Йеһояхин батша була.