Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 25:23 - Изге Яҙма

23 Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Йеһоахаздан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә ала ла уны Йәрүсәлимгә килтерә һәм ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 25:23
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил батшаһы Йеһоаш Йәһүҙә батшаһы Амасъяһты – Ахазъяһтан тыуған Йоаштың улын – Бейт-Шәмәштә әсиргә алды. Шунан Йеһоаш Йәрүсәлимгә барып, ҡала диуарының Әфраим ҡапҡаһынан алып Мөйөш ҡапҡаһына тиклемге дүрт йөҙ терһәк оҙонлоғондағы араһын емертте.


Улар Йәһүҙәгә табан юллана, уға бәреп инә һәм батша һарайында табылған барлыҡ мөлкәтте, шулай уҡ улдарын һәм ҡатындарын алып китә. Уның кинйәһе Йеһоахаздан башҡа улы ҡалмай.


Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра.


Ул, Рама ҡалаһында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышҡанда алған яраларын дауаларға, Изреғилгә ҡайта. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ иһә йәрәхәтләнгән Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килә.


Йәһүҙә ғәскәре исраилдар тарафынан тар-мар ителә һәм яугирҙәр өйҙәренә ҡасып ҡайтып китә.


Бынан тыш, Ғуззияһ Йәрүсәлимдәге Мөйөш ҡапҡаһы, Үҙән ҡапҡаһы башына һәм диуарҙың мөйөшөндә манаралар төҙөп, уларҙы нығыттыра.


Хизкияһтың күңеле күтәрелеп китә, емерелгән диуарҙы торғоҙа, уның өҫтөнә манаралар төҙөттөрә, тыштан тағы бер диуар ҡорҙорта, Дауыт ҡалаһындағы Миллоны нығыттырып, күпләп ҡорал, ҡалҡандар әҙерләтә.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.


Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә.


Әфраим ҡапҡаһы, Иҫке ҡапҡа, Балыҡ ҡапҡаһы эргәһенән һәм Хананил манараһы, Меа манараһы янынан үтеп, Һарыҡ ҡапҡаһына тиклем барҙыҡ та Һаҡсылар ҡапҡаһы янында туҡталдыҡ.


Шулай итеп, һәммә халыҡ ботаҡтар йыйып килтереп, үҙ йорто түбәһендә, ихатала, Алла йорто ихаталарында, Һыу ҡапҡаһы, Әфраим ҡапҡаһы майҙанында ҡыуыштар эшләне.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Кешене тәкәбберлеге түбәнһетә, тыйнаҡ кеше хөрмәт ҡаҙана.


– Бына, шундай көндәр килә, – тип белдерә Раббы, – Йәрүсәлим ҡалаһы Хананил манараһынан башлап Мөйөш ҡапҡаһына тиклем Минең өсөн яңынан төҙөлөр.


Эй һин, ҡая ярыҡтарында төйәкләнгән. Йортоңдо юғарыла төҙөгән, Йөрәгәңдең тәкәбберлеге алданы һине, Һауаланып: „Кем һуң мине Ергә атып бәрә алыр?“ – тиһең.


Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ