Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 25:19 - Изге Яҙма

19 Һин нимә, эдомдарҙы тар-мар иттем, тип эреләнеп киттеңме? Шул еңеүеңә ҡәнәғәт булып, өйөңдә генә ултыр. Нишләп бәлә саҡыраһың? Үҙең дә, һинең менән бергә Йәһүҙә лә тар-мар ителәсәк бит».

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 25:19
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Амасъяһ тыңламай, сөнки, Эдом илаһтарына табынған өсөн, Алла уның кешеләрен Йеһоаш ҡулына тапшырырға ҡарар ҡылған була.


Әммә шулай көсәйгәс, Ғуззияһ үҙ башына була маһайып китә һәм Аллаһы Раббыға ҡаршы енәйәт ҡыла. Ул ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтер өсөн Раббы ҡорамына инә.


Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә.


Нехо уға илселәр аша шундай хәбәр ебәрә: «Һинең миндә ни эшең бар, Йәһүҙә батшаһы? Әле мин һиңә түгел, үҙем дошман булған батшалыҡҡа ҡаршы яуға барам. Алла миңә ашығырға ҡуша. Аллаға ҡаршы сыҡма, Ул – минең менән, һине харап итеп ҡуймаһын».


Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.


Тәкәбберлек артынан һәләкәт килә, маһайыуҙың һуңы иһә – хурлыҡ.


Ахмаҡтың теле ыҙғыш ҡуптара, ауыҙы туҡмаҡҡа сәбәп була.


Талаш-тартыштан йыраҡ торған кешегә хөрмәт, ә һәр ахмаҡ ғауға сығарыр.


Талашҡандар араһына ҡыҫылыу – урам этенең ҡолағынан тартыуға тиң.


Ҡомһоҙ бәндә дау сығара, Раббыға иҫәп тотҡан уңыш ҡаҙана.


Раббы былай ти: «Аҡыллы кеше аҡылы менән маҡтанмаһын, Көслө көсө менән маҡтанмаһын, Бай байлығы менән маҡтанмаһын.


Был ғәскәр еңелгәндән һуң, көньяҡ батша һауаланып китер. Ул тиҫтәләрсә мең яугирҙе юҡ итер, ләкин уңыштары оҙаҡҡа бармаҫ,


Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел; Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.


Йәки берәй батша икенсе бер батшаға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнгән саҡта, ултырып, кәңәш ҡороп, ун меңлек ғәскәре менән егерме меңлек ғәскәргә ҡаршы торорлоҡ көскә эйәме, түгелме икәнлеге тураһында уйлап ҡарамаҫ инеме?


ҡара уны, йөрәгең тәкәбберләнеп, Раббыны, һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Аллаңды, онота күрмә.


Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», – тип әйтелгән.


Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ