17 Йәһүҙә батшаһы Амасъяһ, кәңәшләшеп, Йеһуҙан тыуған Йеһоахаздың улы Йеһоашҡа, Исраил батшаһына: «Әйҙә кил, йөҙмә-йөҙ көс һынашайыҡ», – тип илселәр ебәрә.
Авнер Йоавҡа: – Егеттәр тороп беҙҙең алда көс һынашып алһындар әле, – тине. – Әйҙә, һынашһындар, – тине Йоав.
Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала.
– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.
Талаш-тартыштан йыраҡ торған кешегә хөрмәт, ә һәр ахмаҡ ғауға сығарыр.
Байрам көндәре тамамланғас, Йософ менән Мәрйәм ҡайтыр юлға сыҡты, ә үҫмер Ғайса Йәрүсәлимдә торҙо ла ҡалды. Атаһы менән әсәһе быны һиҙмәне,
Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.