13 Ул арала Амасъяһ үҙе менән алмайынса кире бороп ҡайтарған ғәскәр Самариянан Бейт-Хоронға тиклем арала Йәһүҙә ҡалаларына һөжүм итә, өс мең кешене үлтерә, бик күп мөлкәт талап ала.
Ғомри ике талант көмөш түләп, Сәмәр тигән кешенән Самария тауын һатып алды һәм унда ҡала төҙөнө. Был ҡаланы тауҙың элекке хужаһының исеме менән Самария тип атаны.
Йәһүҙә батшаһы Асаның утыҙ һигеҙенсе йылында Исраил тәхетенә Ғомри улы Ахав ултырҙы һәм Самарияла егерме ике йыл батшалыҡ итте.
Сөләймән Гәзәрҙе лә ҡайтанан төҙөнө. Түбәнге Бейт-Хоронды,
тағы ла ун меңде йәһүҙиҙәр әсирлеккә ала һәм, ҡая башына мендереп, шунан аҫҡа ташлай. Улар барыһы ла таштарға бәрелеп һәләк була.
Эдомдарҙы ҡыйратҡандан һуң, Амасъяһ үҙе менән Сеғир халҡының илаһтарын алып ҡайта. Ул уларҙы үҙенең аллалары итә, уларға сәждә ҡылып ҡорбандар килтерә.
Ул Үрге Бейт-Хорон менән Түбәнге Бейт-Хоронды ҡайтанан ҡора, уларҙы диуарҙар менән уратылған, бикле ҡапҡалы ҡәлғә-ҡалаларға әйләндерә.
Раббы Исраил ғәскәрҙәре алдында әмөриҙәрҙе дәһшәткә һалды. Исраилдар, дошмандарын Ғивғон эргәһендә тар-мар итеп, бөйөк еңеүгә өлгәште һәм ҡасҡандарын Бейт-Хоронға күтәрелгән юл буйлап Ғазыҡаға һәм Маҡҡыдаға еткәнсе ҡырып барҙы.