10 Амасъяһ Әфраимдан килгән яугирҙәрҙе айырып ҡайтарып ебәрә. Улар Йәһүҙәгә бик ныҡ асыуланып, ярһып ҡайтып китә.
Исраилдар йәһүҙиҙәргә: – Батшала беҙ ун өлөш, – тип яуапланы. – Тимәк, беҙҙең Дауытҡа хоҡуғыбыҙ ҙа күберәк. Шулай булғас, ниңә һеҙ беҙҙе һанға һуҡмайһығыҙ? Батшаны кире ҡайтарыу тураһында ла иң тәүҙә беҙ әйтмәнекме ни? Әммә йәһүҙиҙәрҙең һүҙҙәре исраилдарҙыҡына ҡарағанда үтемлерәк булды.
Раббы былай ти: «Туғандарығыҙ Исраил халҡына ҡаршы һуғышҡа бармағыҙ. Өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ, сөнки һуңғы ваҡиғалар Минең ихтыярым буйынса эшләнде». Улар Раббының әйткәнен тыңланы һәм Уның ҡушыуы буйынса ҡайтып китте.
Ә Амасъяһ, ҡыйыуланып, ғәскәрен Тоҙло үҙәнгә алып бара һәм Сеғирҙең ун мең яугирен ҡыйрата;
Амасъяһ Алла бәндәһенән: – Исраил ғәскәренә биргән йөҙ талант менән нишләргә һуң? – тип һорай. Алла бәндәһе: – Раббы һиңә унан да күпте бирә ала, – тип яуаплай.
Асыулы әҙәм янъял сығарыр, ҡыҙыу әҙәм золом арттырыр.