Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 24:25 - Изге Яҙма

25 Арамиҙар уны ауыр яралы хәлдә ҡалдырып китә, әммә ярандары, Йеһоядағ ҡаһиндың улының ҡанын түккән өсөн, уны ятҡан түшәгендә үлтерә. Йоаш шулай үлә. Уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр, әммә батшалар зыяратына ҡуймайҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 24:25
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Надав ғәскәре менән пелештиҙәрҙең Гиббеҫон ҡалаһын ҡамауҙа тота ине. Шул саҡта Исасхар ырыуынан Бағша Ахияһ улы Надавҡа ҡаршы фетнә ойошторҙо һәм уны Гиббеҫонда үлтерҙе.


Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта.


Ул, Рама ҡалаһында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышҡанда алған яраларын дауаларға, Изреғилгә ҡайта. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ иһә йәрәхәтләнгән Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килә.


Шунан Йеһу Ахазъяһты эҙләргә тотона. Уны, Самарияла йәшенеп йөрөгән еренән табып, Йеһуға алып киләләр һәм үлтерәләр. Әммә уны дәфен ҡылалар, сөнки: «Ул бөтөн йөрәге менән Раббыға ынтылған Йеһошафат улы бит!» – тиҙәр. Шулай итеп, Ахазъяһ йортонда батша булырлыҡ берәү ҙә ҡалмай.


Уны Дауыт ҡалаһында батшалар янына ҡуялар, сөнки ул Аллаға һәм Уның ҡорамына хеҙмәт итеп, Исраилда тик изгелек кенә эшләй.


Уға ҡаршы фетнә ойоштороусылар ғаммон ҡыҙы Шимғаҫтың улы Завад менән моав ҡыҙы Шимриҫтың улы Йеһозавад була.


Амасъяһ Раббынан тайпылғандан һуң, Йәрүсәлимдә уға ҡаршы фетнә ойошторола. Ул Лахиш ҡалаһына ҡаса, әммә дошмандары, артынан кеше ебәреп, уны шунда үлтертәләр.


Тәхетендә нығынғас, Амасъяһ атаһы Йоаш батшаны үлтергән ярандарын язалай.


Ахаз үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм уны Йәрүсәлим ҡалаһында дәфен ҡылалар, тик Исраил батшалары төрбәһенә ҡуймайҙар. Уның урынына улы Хизкияһ батша була.


Изгеләрҙең һәм пәйғәмбәрҙәрҙең ҡанын ҡойғандары өсөн, Һин уларҙың үҙҙәренә ҡан эсерҙең. Улар быға лайыҡлы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ