2 Йеһоядағ ҡаһин иҫән саҡта, Йоаш Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла.
Йоаш ғүмере буйы Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡылды, сөнки Йеһоядағ ҡаһин уны бер ваҡытта ла кәңәшенән өҙмәне.
Йеһоядағ уға ике ҡатын алып бирә. Йоаштың улдары, ҡыҙҙары тыуа.
Амасъяһ Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, әммә быны ихлас күңелдән эшләмәй.
Бөйөк Хаким былай ти: «Был халыҡ Мине тик теле менән хөрмәт итә, Яныма килеүе һүҙҙә генә. Әммә күңелдәре Минән алыҫ. Уларҙың Минән ҡурҡыуы Кешеләрҙән өйрәнгән ҡағиҙәләр арҡаһында ғына.
Тоғро кеше, хаҡлыҡтан тайпылып, яманлыҡ эшләһә, яуыз кеше ҡылған бөтә ерәнгес эштәрҙе ҡылһа, йәшәйәсәкме? Эшләгән яҡшылыҡтарының береһе лә иҫәпкә алынмаҫ. Ул хыянат ҡылған өсөн, эшләгән гонаһтары өсөн үлер.