Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 24:16 - Изге Яҙма

16 Уны Дауыт ҡалаһында батшалар янына ҡуялар, сөнки ул Аллаға һәм Уның ҡорамына хеҙмәт итеп, Исраилда тик изгелек кенә эшләй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 24:16
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт донъя ҡуйып, ата-бабалары хозурына күсте һәм Дауыт ҡалаһында ерләнде.


Йоаш батша Йеһоядағты һәм башҡа ҡаһиндарҙы саҡырып алды ла: – Нишләп һаман ҡорамды йүнәтмәйһегеҙ? – тип һораны. – Инде ярҙамсыларығыҙҙан көмөш алмағыҙ. Алған көмөштәрегеҙҙе Раббы йортон рәтләүгә бирегеҙ.


Уның бер туғандары – Ғазаръяһ, Йехиил, Зәкәрьяһ, Азаръяһ, Михаил, Шефатъяһ. Улар һәммәһе Исраил батшаһы Йеһошафаттың улдары була.


Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.


Йеһоядағ ҡартая, донъялыҡтан туйып, йөҙ утыҙ йәшендә мәрхүм була.


Йеһоядағтың вафатынан һуң, Йәһүҙә түрәләре батшаға килеп баш эйә, батша иһә уларҙы тыңлай башлай.


Был үҙгәрештәрҙе Хизкияһ бөтә Йәһүҙәлә ғәмәлгә ашыра. Ул үҙенең Аллаһы Раббы алдында яҡшы, дөрөҫ һәм тоғро ғәмәлдәр эшләй.


Эй Аллам! Ошо эштәрем өсөн мине иҫеңә ал. Аллам йорто һәм ундағы хеҙмәт өсөн һалған тырышлыҡтарым юйылмаһын ине!


Яхъяның шәкерттәре, был хаҡта ишетеп, остаздарының кәүҙәһен килеп алдылар һәм ҡәбергә илтеп һалдылар.


– Туғандар! – тип дауам итте Петрус. – Ырыуыбыҙ башлығы Дауыт хаҡында тураһын әйтәм: ул үлде һәм ергә тапшырылды. Билдәле булыуынса, уның ҡәбере бөгөнгө көнгәсә һаҡланған.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


Шуға күрә Исраил Аллаһы Раббы былай тип белдерә: «Мин: „Ғаиләң һәм атаң нәҫеле Миңә мәңге хеҙмәт итәсәк“, – тигәйнем. Әммә хәҙер Раббы: „Юҡ, улай булмаясаҡ“, – тип белдерә. Мине хөрмәт иткәндәрҙе Мин дә хөрмәт итәм, ә Мине һанламаусылар хурлыҡҡа төшөрөләсәк.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ