Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 24:14 - Изге Яҙма

14 Төҙөлөш тулыһынса тамамланғандан һуң, улар батша менән Йеһоядағҡа ҡалған көмөштө килтереп тапшыра. Был көмөштән Раббы ҡорамында хеҙмәт үтәү һәм яндырыу ҡорбаны килтергәндә кәрәк булған һауыттар ҡоялар, шулай уҡ алтын, көмөштән башҡа һауыт-һаба яһайҙар. Йеһоядағ иҫән ваҡытта Раббы ҡорамында тотош яндырыу ҡорбандары даими килтереп торола.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 24:14
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

саф алтын тастар, филтә таҙартҡыстар, сеүәтәләр, туҫтаҡтар, хуш еҫ төтәҫләгестәр. Эске бүлмә – Иң мөҡәддәс урындың ишектәренең һәм ҡорам залы ишектәренең күгәндәре лә алтындан ине.


Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.


Нөгәрҙәр башлығы саф алтындан һәм көмөштән ҡойолған нәмәләрҙе – хуш еҫ төтәҫләгестәрҙе һәм сеүәтәләрҙе алып китте.


Шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтергәндә, шулай уҡ һәр иртә һәм кис Раббыға рәхмәттәр уҡырға, дан йырларға, Раббы хозурында һәр саҡ ҡағиҙәгә ярашлы билдәле бер һанда хеҙмәт итергә тейеш була.


Шунан Сөләймән Тир батшаһы Хирамға, кеше ебәреп, былай тип әйттерә: «Минең атайым Дауыт үҙенә һарай төҙөгәндә һин уға кедр ағасы ебәрә торғайның.


Эшселәр эшләй, төҙәтеүҙәр улар ҡулы менән бойомға ашырыла. Улар Алла ҡорамын тейешле хәлгә килтерә, нығыта.


Йеһоядағ ҡартая, донъялыҡтан туйып, йөҙ утыҙ йәшендә мәрхүм була.


Хизкияһ ҡаһиндарҙы һәм левиҙәрҙе тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтереүгә, хеҙмәт үтәүгә, данлау һәм маҡтауға, Раббы торлағының ҡапҡаларын һаҡлауға – һәр ҡайһыһын ҡаһинлыҡ йә левилек тәғәйенләнешенә ярашлы, сиратҡа теҙә.


– Кешеләр Раббы ҡушҡан эш өсөн кәрәк булғандан күберәк килтерә, – тине.


Иҫәрҙе ашлыҡ менән бергә килегә һалып төйһәң дә, уны иҫәрлегенән айырып алып булмай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ